21 февраль -Тыуган тел көнө
Февраль 23, 2025
Просмотров: 224
21 февраль – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. “Теле барҙың – иле бар” ти был турала башҡорт халыҡ мәҡәле. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.
Беҙҙең мәктәптә Халыҡ-ара туған телдәр көнө сиктәрендә 6-9 кластар менән
“Иле барҙың – теле бар” - тип исемләнгән класс сәғәте үткәрелде.
Сараны Рәми Ғариповтың ысын мәғәнәһендә әсә теленә, туған телдәргә дан йырлаған «Туған тел» шиғырын уҡып тамамланыҡ. Тел – беҙҙең уртаҡ байлығыбыҙ. Уны һаҡларға, өйрәнергә бурыслы икәнен һәр кем күңеленә һендерҙе.